Оло Теләктә буласаҡ объектты былтыр апрелдә һала башлағандар һәм ул был йыл аҙағына сафҡа индереләсәк.
Ауыл старостаһы Хәлит Хатипов әйтеүенсә, халыҡ бындай бина тураһында инде 30 йыл хыяллана. Әлеге клуб 1948 йылда һалынған.
Яңыһының майҙаны ла ярайһы ғына - 3000 кв.м. Тамашалар залы 300 кешегә иҫәпләнгән, кафетерий ҙа буласаҡ. Бынан тыш, компьютер студияһы, балалар уйын бүлмәһе, тренажер залы, тауыш режиссеры һәм тауыш яҙҙырыу кабинеттары, китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе өсөн дә урын билдәләнгән.
Мәҙәни үҙәккә физик сәләмәтлеге мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә бер ҡыйынлыҡһыҙ инә аласаҡ - пандус, лифт ҡуйыла.
Фото: Иглин районы хакимиәтенән.