-6 °С
Болотло
Рәсәй властары яҡын арала минималь эш хаҡын (МРОТ), йәшәү минимумы күләмен, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын, шулай уҡ бөтә социаль түләүҙе арттыра.
«Хаҡтарҙың артыуы халыҡтың килеменә һиҙелерлек йоғонто яһағанын аңлайым. Шуға күрә яҡын арала бөтә социаль түләүҙе, шул иҫәптән пособиеларҙы һәм пенсияларҙы арттырыу буйынса ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ. Минималь эш хаҡы күләмен һәм йәшәү минимумы күләмен арттырабыҙ, шулай уҡ бюджет өлкәһендә эш хаҡын арттырабыҙ», – тине Владимир Путин.
Фото: ТАСС.