Быйыл сәлихтар “Айыҡ ауыл – 2021” конкурсының республика этабына сыҡҡан.
“Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәлә яҙыуҙарынса, ауылдың һәр кешеһе (олоһо ла, кесеһе лә) үткәрелгән сараларға ҙур өлөш индерә. Һәр кемдең үҙ идеяһы һәм ижади һәләте, барыһы ла бик талантлы.
“Сәлихтә «Умырзая» үҙешмәкәр театры бар, унда ауыл халҡы үҙе яҙған сәхнә әҫәрҙәре ҡуйыла, фильмдар төшөрөлә. Алкоголь һәм тәмәке тартыуға ҡаршы агитация характерындағы сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы көлкөлө тамашалар әҙерләнә. Һәр кис тиерлек халыҡ клубҡа йыйыла. Саралар, постановкалар – был ауыл өсөн ғәҙәти һәм йыш күренеш”, – тип яҙғандар сәхифәлә (Салиховский Сельский-Клуб (vk.com).