Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2022, 12:05

Республиканың бер районында ҡырағай эттәрҙең үрсеүе күҙәтелә

Был урындағы халыҡты  ныҡ борсоуға һала.

Республиканың бер районында ҡырағай эттәрҙең үрсеүе күҙәтелә
Республиканың бер районында ҡырағай эттәрҙең үрсеүе күҙәтелә

Башҡортостандың Бишбүләк районында ҡырағай эттәрҙең йорт хайуандарына ташланыу осраҡтары әүҙемләшкән. Был хаҡта кисә, 15 мартта, район башлығы Артур Зарипов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, эттәр башлыса ҙур булмаған көтөүҙәр менән урманда йәшәй.

 

- Улар ҡырағай тәбиғәт шарттарында бүреләр менән ҡушылған, тигән фараз да бар. Һуңғы ваҡытта Бишбүләк заказнигы биләмәһендәге урмандарҙа йыртҡыстарҙың артыуы күҙәтелә. Улар бигерәк хәйләкәр һәм агрессив. Кешеләрҙән ҡурҡмайҙар. Беҙҙең районда ҡарҙың күп булыуынан файҙаланып, әле йыртҡыстар ҡоралайға һунар итә. Эттәр ҡаршылыҡһыҙ тиерлек уларҙы ҡыуып етеп аяҡтан йыға, - тип һөйләне Артур Зарипов.

Уның әйтеүенсә, ҡырағай эттәр Ҡасим һәм Ҡушйылға ауылдарындағы малдарға һөжүм иткән.

- Заказник биләмәһендә һунар итеү тыйыла. Хатта мылтыҡ менән заказникка инергә лә ярамай. Закон буйынса, эттәрҙе тоторға, стерилләргә һәм тотҡан урындарына кире сығарырға тейештәр. Әммә уларҙы бер нисек тә тотоп булмай. Бындай хәлдә ни эшләргә ҡала? Һунар иғлан итә алмайбыҙ. Урманға сығыусы кешеләр, бигерәк тә балалар өсөн ҡурҡыныс. Улар менән бер-бер хәл булһа, әлбиттә ғәйеплене тиҙ табасаҡтар. Һуңынан һуң булып ҡуймаһын, - тип яҙа  Зарипов.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: