Төҙөлөш хаҡын яңынан иҫәпләгәс, төҙөлөштө финанслау буйынса мәсьәләләр федераль хөкүмәттә ҡаралыр һәм Башҡортостан бюджетына үҙгәрештәр индерелер, тип билдәләне республика етәксеһе.
Әлеге ваҡытта объектҡа 2 489 кеше, 357 берәмек төҙөлөш техникаһы һәм ҡорамалы йәлеп ителгән.
Көнсығыш сығыу юлы – Волга буйы федераль округында иң ҙур инфраструктура проекты. Үҙенсәлекле проект 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлы тоннеленән; 2,7 саҡрымлыҡ эстакада менән Өфө йылғаһы аша күперҙән һәм 10 саҡрым оҙонлоҡтағы М-5 «Урал» федераль трассаһына йәнәш автомобиль юлынан тора.
Объект төҙөлөшөнөң дөйөм хаҡы 33,5 миллиард һумға баһалана. Шуның 19,9 миллиард һумы – федераль бюджет, 4,5 миллиард һумы – Башҡортостан бюджеты, 9 миллиарды – бюджеттан тыш сығанаҡтар.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-03-17/vostochnyy-vyezd-s-ufy-budet-sdan-v-namechennye-sroki-radiy-habirov-2731434