Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2022, 09:10

Көн торошо

Башгидрометүҙәк алдағы ике көнгә һауа торошон хәбәр итте. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 17 һәм 18 мартта республикала боҙлауыҡ булыуы, һауа температураһының 27 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә.

Көн торошо
Көн торошо

 Бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 2–7, урыны менән 12 градусҡаса һалҡын.

18 мартта яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Термометр бағанаһы төндә – 13–18, аяҙытҡанда 22-27 градус һалҡын, көндөҙ – 1–6 градус, урыны менән 11 градусҡа тиклем һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: