Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2022, 12:15

«Күбеһе аңлы йәштә тыныс тормошто беренсе тапҡыр күрә»

Баш ҡалабыҙ Өфөгә Луганск халыҡ республикаһының Петровский ҡалаһынан 30 бала килде. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәп уҡыусылары шифаханаларыбыҙҙың береһендә ял итәсәк.

«Күбеһе аңлы йәштә тыныс тормошто беренсе тапҡыр күрә»
«Күбеһе аңлы йәштә тыныс тормошто беренсе тапҡыр күрә»

– Был балалар һигеҙ йыл инде ут аҫтында йәшәй, уларҙың ғәҙәти бала сағы булмаған. Күбеһе аңлы йәштә тыныс тормошто беренсе тапҡыр күрә. Иң олоһона – 17, иң кесеһенә – 10 йәш, һуғыш башланған ваҡытта уға ике йәш кенә булған. Донбаста хәрби хәрәкәттәр барған осорҙа Петровскийҙа педиатр булмай, шуға күрә балалар сәләмәтлеген нығытыр, тип ышанабыҙ.

Беҙ йәш ҡунаҡтарыбыҙ өсөн бай программа ла әҙерләнек: республиканы күрһәтербеҙ, хоккей матчына алып барырбыҙ. Ҡәҙимге балаларҙағы кеүек, улар өсөн  ысын каникул ойошторорға теләйбеҙ.  Был уларҙы, ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла, үҙҙәрендәге фажиғәнән, ҡурҡыныстарҙан ситләтә алыр, тип ышанам. Был улар өсөн беҙ башҡара алғандың аҙы ғына, – ти республикабыҙҙың Башлығы Радий Хәбиров.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: