Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2022, 13:24

Үҙ эше менән мәшғүл булыусылар кредит каникулдарына өмөт итә аламы?

Яуабын сайтта бирҙек.

Үҙ эше менән мәшғүл булыусылар кредит каникулдарына өмөт итә аламы?
Үҙ эше менән мәшғүл булыусылар кредит каникулдарына өмөт итә аламы?

Быны эшләү эйе, мөмкин! Үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүселәрҙең килеме 30 процентҡа кәмеһә, улар кредит каникулдарын алырға хоҡуҡлы.

Кредит буйынса түләүҙәр ярты йылға тиклем кисектерелә. Был осраҡта штрафтар булмаясаҡ һәм кредит тарихы боҙолмай. Әммә льготалы осор ваҡытында проценттар иҫәпләнә.

Кредит каникулдары 2022 йылдың 1 мартына тиклемге килешеүҙәргә ҡағыла:
- 300 мең һумға тиклемге ҡулланыусы кредиттар
- 3-6 млн һумлыҡ ипотека кредиттары
- 700 мең һумға тиклемге автокредит

Кредит каникулдарын алдараҡ тамамларға мөмкин. Бының өсөн банкка йәки микрофинанс ойошмаға 2022 йылдың 30 сентябренә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: