"Дауалаусы" әпсен-төпсөн эшләргә хужабикәнән һыу, тоҙ һәм аҡса һорап ала. Аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, бер стакан һыу менән бер ҡалаҡ тоҙҙан башҡа берәй ун тәңкә генә бирһә лә булыр ине, әммә хужабикә өйөндә булған бөтә аҡсаны - 90 мең һумды ят кешегә килтереп тотторған. "Сим-салябим" эшләп-эшләп, мут ҡатын хужабикәгә, өс көн үткәс эсең ауыртыуҙан туҡтаясаҡ, тип ышандыра һәм уны йәмәғәт транспорты туҡталышына тиклем оҙатыуын һорай.
Рәхмәттәр уҡый-уҡый "дауалаусыны" оҙатып ҡала пенсионер. Кире өйөнә ҡайтҡас, аҡсаһы юғалғанын күреп, полицияға мөрәжәғәт итергә ашыға. Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре "дауалаусыны" эҙләй, тик таба алырҙармы-юҡмы инде.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.