Был яңылыҡ апрель айынан үҙ көсөнә инә. Был хаҡта мәғлүмәт республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә яңғыраны. Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев әйтеүенсә, бындай аҙыҡ-түлекте индереү Башҡортостандың Роспотребнадзор ҡушыуы буйынса аҙыҡ-түлек продукцияһының сифаты һәм хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында ентекләп өйрәнелгән. Уникаль һөт ризыҡтарын етештереү технологияһы «Һөт кухняһы» проектына ярашлы эшкәртелгән дә инде. Был продукция бөтә сифат нормаларына яуап бирә. Алексей Гусев планлы диспансеризация ваҡытында балаларҙың һаулығы яҡшырыуын медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтәсәген дә белдерҙе.
Фото: Т. АМАНОВ.