Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2022, 17:30

"Беҙ – күршеләр, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ"

Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендәге йәмәғәт ярҙамы штабына Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты вәкилдәре тәүге кәрәк-яраҡ әйберҙәр алып килде. Улар Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары граждандары өсөн 38 ҡумта оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек йыйылған.

"Беҙ – күршеләр, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ"
"Беҙ – күршеләр, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ"

«Донбасс 8 йыл инде ҙур бәләлә. Яҡынса 14 мең кеше ошо йылдарҙың ҡорбаны булған. Беҙ – күршеләр, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ. Бер кем дә кешеләрҙең проблемаһынан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Уларға ирекһеҙҙән өйҙәрен ҡалдырып китергә тура килгән, әммә Тыуған илебеҙ ғәйәт ҙур һәм берҙәм – икмәк барыбыҙға ла етерлек. Бер-береңде хөрмәт,  туғандарса хеҙмәттәшлек иткәндә, ниндәй генә проблемалар килеп тыумаһын, улар хәл ителә. Хәҙер хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ хәл итәсәк. Беҙ ысын күңелдән ошо республикаларҙа йәшәүселәргә ярҙам итәбеҙ. Хоҙай насип итеп, ошо күп михнәтле төбәктә тиҙҙән тыныслыҡ һәм именлек тергеҙелһен, – тип аңлатма бирҙе Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин.

 

 

Фото: Т.АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: