1997 йылда булдырылған дата был. Донъяла балаларҙың йәшәйешенә, аҡылына, көсөнә, һәләтен иғтибар итеү маҡсатында барлыҡҡа килгән.
Түбәндә бер нисә бала тураһында – интернет селтәренән:
Ингуш республикаһындағы бер ауылда Ибраһим Льянов исемле 9 малай йәшәй. Ул – отжимание оҫтаһы. Бер-ике йыл элек 11111 тапҡыр күтәрелгән. Тик был рәсми рекорд түгел. Ул шөғөлләнгән спорт клубы Гиннесс рекордтары китабының эксперттарын саҡырырға әҙерләнә.
Новосибирскиҙа йәшәүсе 7 йәшлек Спартак Попов нейроскакалкала (ҡулсалы бер осон һыңар аяҡҡа кейеп, икенсе аяғың менән икенсе осонан һикерә торған махсус ҡыҫҡа бау) һикереп рекорд ҡуйған. Малай Рәсәйҙең рекордтар китабына ингән: 67 секундта 100 тапҡыр һикергән.
Кубандәге бер станицанан Диана Бутан да – рекордсы. Ул күҙҙәре бәйле көйөнсә йәйәнән аяғы менән ата һәм өс метрҙан сәпкә тейҙерә.
Омск ҡалаһында йәшәүсе Аня Белыш та бала сағынан рекорд ҡуйырға ярата. Ул 8 йәшендә 52 минутта ялһыҙ 1500 тапҡыр отжимание яһаған. 13 йәшендә 2 тонна 200 кг ауырлыҡтағы ике машинаны трос менән һөйрәгән. Һуңғараҡ ауыр герҙәрҙе күтәргән, резина грелкаларҙы йыртҡан, ҡатмарлы гимнастик элементтарҙы башҡарған. Әле уға 19 йәш.
Фото: Автор фотоһы.