Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2022, 09:30

Ҡазағстанда Радий Хәбировтың игеҙәге табылған

Ҡазағстанда йәшәүсе билдәле эшҡыуар Ҡайрат Боранбаев Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа бик ныҡ оҡшаған.

Ҡазаҡстанда Радий Хәбировтың игеҙәге табылған
Ҡазаҡстанда Радий Хәбировтың игеҙәге табылған

Ул «Төбәк туҡланыу предприятиелары селтәре» компанияһын ойоштороусы булараҡ билдәле. Әйткәндәй, Боранбаевтың компанияһы беҙҙең республикалағы бөтә тиҙ хеҙмәтләндереү ресторандары менән идара итә. Шулай уҡ ул Рәсәйҙең 13 төбәгендә «Макдональдс» эшмәкәрлеге өсөн дә яуаплы. Был Боранбаевтың берҙән-бер активтары түгел - ул нефть бизнесы, дарыуҙар етештереү һәм күсемһеҙ милек менән шөғөлләнә.

55 йәшлек Ҡайрат Боранбаев 57 йәшлек Радий Хәбировты бик ныҡ хәтерләтә. Уларҙың йөҙөндә көнсығыш һыҙаттары булыуы, йылмайыуҙары, сәстәре һәм күҙҙәренең киҫелеше оҡшаш.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Боранбаев - «Ҡайрат» футбол клубының күҙәтеү советы рәйесе. Радий Хәбиров Красногорск башлығы булғанда урындағы «Зоркий» спорт комплексы директоры вазифаһын биләгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: