«Украинаны нацизм иленә әүерелдергән, бер ғәйепһеҙ халыҡты һәләк иткән кешеләрҙең маҡсаттары һәм ниәттәре барыһына ла аңлашыла. Улар дөйөм кешелек ҡиммәттәренән алыҫлашҡан, донъяны бөлгөнлөккә һәм хаосҡа батырырға теләйҙәр.
Әммә беҙ яңғыҙ түгел. Башҡа бик күп илдәр беҙҙең менән. Ошондай ваҡытта беҙ үҙебеҙ татыу булырға тейешбеҙ. Был хәүеф һәр кемгә берҙәй янай – христиандарға ла, мосолмандарға ла һәм башҡа конфессия вәкилдәренә лә. Бөгөн киләсәктең ниндәй булыры үҙебеҙҙән тора. Шуға күрә беҙгә берләшергә кәрәк. Һалдаттарыбыҙ беҙҙең, балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең, унан һуңғы быуындарҙың киләсәген хәстәрләй. Уларға терәк булырға кәрәк», - тип белдергән Башҡортостан мосолмандары Диниә Назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин.
Айнур Бирғәлин Өфө халҡын «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙанда уҙасаҡ митинг-концертҡа килергә саҡырҙы. Сара иртәгә төшкө сәғәт икелә башлана.