Пандемия башланғандан алып республикала 266472 кеше коронавирус менән зарарланған. Шуларҙың 238 148-е ауырыуҙан имен-һау ҡотолған, шул иҫәптән 3 215 кеше үткән тәүлектә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы биш кеше ковидтан һәләк булған. Дөйөм ҡорбандар һаны иһә 5 426 кешегә етте.
2 499 196 кеше яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын эшләткән, 2 366 813 кеше тулыһынса вакциналанған.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.