Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 09:18

"Йылайырҙа етештерелгән"

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса ауыл эшҡыуарҙары дәүләт ярҙамы ала.

"Йылайырҙа етештерелгән"
"Йылайырҙа етештерелгән"
Йылайыр районы үҙәгендә бына биш йыл инде Усмановтар ғаиләһе (аталы-уллы Ришат Рәйес улы һәм Ринат Ришат улы) ағас эшкәртеү менән уңышлы шөғөлләнә. Уларҙың продукцияһын күрше Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән дә һатып алалар.
Усмановтар юғары сифатлы шпал да етештерә.
Былтыр "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә проект тәҡдим итеп, 500 мең һум күләмендә субсидия алғандар. Ул аҡсаны ҡорамалдар алыуға тотонғандар. Хәҙер бында - ҡалдыҡһыҙ етештереү. Ағас материалдар ҡалдыҡтарынан яғыулыҡ гранулалары - пеллеттар сығаралар. Бынан тыш, бесәйҙәр бәҙрәфе өсөн махсус өҫтәмәләр сығарыу ҙа яйға һалына. Усмановтар 40 кешегә эш урыны булдырған.
 
Эшләйем, тигән кеше гөрләтеп эшләй ҙә белә.
Фото: Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.
"Йылайырҙа етештерелгән"
"Йылайырҙа етештерелгән"
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: