Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 18:08

Янғында тәне бешкән ирҙең хәле ауыр...

2022 йылдың 15 мартында 19:19 сәғәттә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Өфө ҡалаһы, Еңеү урамы, 19 адресы буйынса янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын урынына РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Өфө ҡалаһының янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә. Янғын һүндереүселәр килеп еткәс, 4-се ҡаттағы фатирҙа 1 квадрат метр майҙанда йорт мөлкәтенең яныуын асыҡлап, 1953 йылғы ирҙе үлемдән ҡотҡарған. Табиптарҙың мәғлүмәттәре буйынса, ирҙең тәне ныҡ бешкән. Әлеге ваҡытта ул 18-се ҡала клиник дауаханаһында ята, хәле ауыр.

Янғында тәне бешкән ирҙең хәле ауыр...
Янғында тәне бешкән ирҙең хәле ауыр...

Янғындың сәбәптәре әле асыҡлана, шулай ҙа зыян күреүсе ут менән һаҡһыҙ эш иткәндер, тип фаразлайҙар. Бәлки, ятҡан килеш тәмәке тартып, йоҡлап киткәндер...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: