Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 05:05

Йәнә янғын, йәнә өҙөлгән кеше ғүмерҙәре ...

Благовещен районында урынлашҡан 5-се баҡсасылыҡ ширҡәтендә бүрәнә йорт янып китә.

Йәнә янғын, йәнә өҙөлгән кеше ғүмерҙәре ...Йәнә янғын, йәнә өҙөлгән кеше ғүмерҙәре ...
Йәнә янғын, йәнә өҙөлгән кеше ғүмерҙәре ...

Был хаҡта кисә киске сәғәт 5-се 21 минутта РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына хәбәр итәләр.

  • Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Иҫке Турбаҫлы муниципаль янғын һағы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә. Янғынды һүндереүгә бөтәһе 10 берәмек техника һәм 31 кеше йәлеп ителә, - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

18:26 сәғәттә янғын һүндерелә. Утты һүндергән ваҡытта 1958 йылғы ҡатындың һәм 1978 йылғы ирҙең кәүҙәләре табыла.

Әле янғын сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас