Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 13:00

Тура эфирҙа - иҡтисади һорауҙарға яуаптар

Санкциялар һөҙөмтәһендә килемегеҙ юғалһа нисек кредит каникулдарын юлларға? Кредит каникулдары нимә ул? Ул нисек эшләнә? Ҡайһы кредиттарға ҡағыла? Был һорауҙарға яуапты 17 мартта,төшкө сәғәт 3-тә ҡайтарасаҡтар.

Тура эфирҙа - иҡтисади һорауҙарға яуаптар
Тура эфирҙа - иҡтисади һорауҙарға яуаптар

Спикер - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банктыңиҡтисади бүлеге начальнигы Фәнүзә Фәрит ҡыҙы Кәлимуллина.

БР Хөкүмәтенең рәсми сәхифәһендә "Объясняем.Башкортостан" проекты һәм ЦУР менән берлектә эксперт санкциялар баҫымы шарттарында төбәктә ғәмәлдә булған кесе һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары тураһында әйтеп үтәсәк. Ул шулай уҡ халыҡтың банк карталары, вкладтары, кредиттар буйынса процент ставкалары һорауҙарына ла яуап бирәсәк.

Үҙегеҙҙең һорауҙарҙы ошо пост аҫтына яҙығыҙ: https://vk.com/bashkortostan_gov?w=wall-210206459_430  

 

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: