Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 09:50

Стәрлетамаҡта 14, 15 һәм 16 йәшлек ҡыҙҙарҙы автомобилде алып ҡасҡан өсөн хөкөм итәсәктәр

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 мартта бер нисә үҫмер Стәрлетамаҡта йәшәгән ирҙең ВАЗ-2110 автомобилен урлап алып киткән. Енәйәттә 14, 15 һәм 16 йәшлек  ҡыҙҙар ғәйепләнә.

Стәрлетамаҡта 14, 15 һәм 16 йәшлек ҡыҙҙарҙы автомобилде алып ҡасҡан өсөн хөкөм итәсәктәр
Стәрлетамаҡта 14, 15 һәм 16 йәшлек ҡыҙҙарҙы автомобилде алып ҡасҡан өсөн хөкөм итәсәктәр

Асыҡланыуынса,  ике әхирәте менән өйҙә булған 14 йәшлек ҡыҙға ҡунаҡҡа бер егет килгән. Иртән бәлиғ булмағандар танышының автомобилендә уҡырға киткән. Тик тәғәйенләнгән урынға  улар барып етмәгән – ағасҡа бәрелгән.  Ошо ваҡытта үҫмерҙәрҙе  ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған.

Асыҡланыуынса, ике ҡыҙбыға тиклем дә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәпкә ҡуйылған булған . Әле тикшереү дауам итә. Автомобиль урлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: