Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 15:48

Шулай ҙа була...

АҠШ-тың Флорида штатында бер ир машинала тиҙлекте арттырғаны өсөн тотолған да, бында Владимир Путинды ғәйепләгән.

Шулай ҙа була...
Шулай ҙа була...

Ҡағиҙә боҙоусы тәүҙә, машинаны яңы алдым, спорт режимын һүндереп өлгөрмәнем, тигән һүҙҙәр менән аҡланған да, артабан башҡа аргументҡа күскән.

“Мин яңы ғына Владимир Путиндың ҙур һуғыш башлаясағы тураһында хәбәр алдым. Шуға өйгә ҡайтып, тиҙ арала мәғлүмәтте ентеклерәк өйрәнергә ашыҡтым. Мин паникала”, – тигән.

Һөҙөмтәлә нимә? Нимә булһын – ике штраф.

Әйткәндәй

АҠШ Президенты Джо Байден да беҙҙекенә ғәйеп ташларға ғына тора. Ошо көндәрҙә уның: “Илдәге инфляцияның, хаҡтар артыуының тәүге сәбәбе COVID-19, ә икенсеһе – Владимир Путин...” – тигәненә Ҡушма штаттар халҡы шаулап ризаһыҙлыҡ белдереп, яңылыҡтар таҫмаһына фекерҙәрен тултырған.

Фото: vk.com

Шулай ҙа була...
Шулай ҙа була...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: