Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 11:59

Шәкәргә хаҡтар төшәсәк

Шәкәргә ажиотаж үтер, хаҡтар ҙа төшөр, әле уны  күпләп һатып алыуҙың кәрәге юҡ. 

Шәкәргә хаҡтар төшәсәк
Шәкәргә хаҡтар төшәсәк

 

 Раевка һәм Шишмә ҡасабаларындағы келәттәрҙә 20 мең тоннаға яҡын шәкәр бар,   ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙә шул тиклем үк, тип билдәләне “Рәсәй” медиаүҙәгендә үткән  матбуғат конференцияһында республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхмәнов.    

«Быйыл шәкәр сөгөлдөрө майҙандарын арттырабыҙ. Ике заводтың ҡеүәте   1 млн 950 мең тонна шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеүгә етә.  Шуны билдәләп үткем килә, шәкәрҙең 60 процентын заводтар аграрийҙарға бирә, 40 процентын үҙҙәренә ҡалдыра.     Бөгөн,  шәкәргә ажиотаж көсәйгән ваҡытта, аграрийҙарҙы йәрминкәгә үҙҙәренең запасын сығарыуын һораныҡ.   Спорт һарайы алдындағы майҙанда  ике көн эсендә алты тонна шәкәрҙе һатып алдылар.  Беҙ 10, 20, 30 тонна шәкәр алып килергә әҙербеҙ.   Тик һуңынан  ул бер кемгә лә кәрәк булмаясаҡ һәм шәкәргә кинәт хаҡ төшәсәк»,  – тине Илшат Фәзрәхмәнов. 

 Әле ҡайнатма һәм компот әҙерләү миҙгеленә иртәрәк.  Кешеләр күпләп һатып алынған шәкәрҙе нимә эшләртергә уйлайҙыр, аңламайым. Ғөмүмән, күпләп алырға кәңәш итмәйем. Башҡортостанда шәкәр күп,  уның менән бер ҡасан да проблема булмаясаҡ”, – тине вице-премьер.

Фото:Башинформ. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: