Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Ростех” авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков үткәргән комиссия ултырышында билдәләнеүенсә, был инде һигеҙенсе осрашыу.
Төп мәсьәлә – бөгөнгө еңел булмаған шарттарҙа берлектә эш итеү.
Радий Хәбиров ҡайһы бер күрһәткестәргә туҡталды. Инвестиция йәлеп итеү буйынса үҫеш һиҙелерлек – 5,6 процент. Аҡсалата әйткәндә, 419 миллиард һум. Был күрһәткес буйынса республика өс йылда 14-се урынлан 11-сегә күтәрелгән.
Әле беҙҙә көрсөккә ҡаршы штаб булдырылған. “Ростех” корпорацияһына ҡараған предприятиелар үтә мөһимдәр исемлегенә ингән. Республика Башлығы белдереүенсә, уларҙың финанс-иҡтисади хәле даими мониторингылана.
Анатолий Сердюков Башҡортостан менән бәйләнеште юғары баһаланы.
– Межведомственная комиссия работает очень эффективно и слаженно. Это помогает ускорять развитие наших промышленных предприятий, – тине ул. Һәм Күмертауҙағы авиатармаҡ йүнәлешендәге предприятиеның етештереү темптарын йылдамлатырға ҡушты.
Фото: БР Башлығы сайтынан.