Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 10:50

Рәсәйҙә "Россграм" социаль селтәре барлыҡҡа киләсәк

Ул тыйылған сайттар исемлегенә индерелгән Инстаграмдың аналогы була, тип күҙаллана.

Рәсәйҙә "Россграм"  социаль селтәре барлыҡҡа киләсәкРәсәйҙә "Россграм"  социаль селтәре барлыҡҡа киләсәк
Рәсәйҙә "Россграм" социаль селтәре барлыҡҡа киләсәк

Авторҙары - эшҡыуарҙар Кирилл Филимонов һәм Александр Зобов. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Зобов - "Бәйләнештә" селтәрен булдырыусы Павел Дуровтың курсташы.

Яңы социаль селтәрҙә һеҙгә ғәҙәти булған бөтә функциялар ҙа була, ләкин ҡулланыусылар өсөн өҫтәмә монетизация ҡоралдары: контентҡа түләүле инеү, аҡса йыйыу функцияһы (краудфандинг) һәм башҡалар, - тиелә проект сайтындағы белдереүҙә. 2022 йылдың апрелендә ул ҡулланыусылар өсөн асыҡ буласаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас