Торналар, сыйырсыҡтар, һабантурғайҙар, аҡҡоштар – һәр береһе үҙ мәле, үҙ ваҡыты менән тыуған яҡтарына юл ала. Беҙ ҙә уларҙы көтөп алабыҙ. Сөнки үҙҙәренең моңо, һайрауы менән улар тормошобоҙға йәм өҫтәй, йән өрә. Ә һеҙ ҡоштарҙы беләһегеҙме? Әйҙәгеҙ, түбәндәге шиғыр-йомаҡтарға яуап биреп ҡарағыҙ әле. Уларҙы балалар менән эшләүсе тәрбиәселәр, уҡытыусылар файҙалана ала.
– Мин барыһын уятам, – тип
Ҡысҡыра, – ки-ки-ри-күк!
Бара торған ерегеҙгә
Һуңлап ҡуймағыҙ берүк!
Һис кәрәк түгел бәхәс
Был булыр инде …
***
Балсыҡтан яһай оя,
Ҡанаттары ҡып-ҡыя.
Осор етеҙ, көн тыуғас,
Беҙ яратҡан …
***
Бар белгәне ҡар ҙа ҡор,
Бер туҡтауһыҙ ҡар даулар.
Ниндәй ҡош мохтаж ҡарға?
Кем булһын инде – …
***
Унан да матур ҡош бар, тип
Һөйләүҙәре буп-буштыр.
Иң һомғол ҡош, иң гүзәл ҡош
Моғайын да …
***
Көнө буйы туҡ та туҡ,
Ағастан ҡорт табып туҡ.
Ағасты йырған ҡортҡа
Иң ҙур дошман – …
***
Сирыҡ-сирыҡ сирҡылдай,
Бәҫле ботаҡҡа ҡунып.
Сирыҡ-сирыҡ үҙ телендә
Ниҙер һөйләй, ҡыуанып.
Ниҙәр генә һөйләһә лә,
Аңламайым шул телен.
Яңғыратып һыу буйҙарын
Һайрай, алһыу таң тыуғас,
Моңло, дәртле …
***
Ҡаяларҙа осалар,
Бейектәргә һауалар.
Ҡоштар батшаһы булыр,
Иң көслө ҡош та улдыр!
Күңелеңә ныҡ беркет,
Был булыр ғорур …
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.