-4 °С
Болотло
Тәжрибәле хужабикәләрҙең көҙгөләре ялт итеп тора. Кемдәрҙер уны ҡиммәтле көнкүреш химияһы менән таҙартҡан, тип уйлай. Ләкин сере бик ябай: улар тикшерелгән халыҡ сараһын файҙалана.
Тәү ҡарамаҡҡа сәй һәм тоҙҙо бергә ҡушыу сәйер һымаҡ тойола. Шулай ҙа ошо состав менән иң бысраҡ көҙгөнө лә таҙатырға була.
Тәүҙә 200 миллиграм самаһы ҡайнар һыу алып, уға ике пакет ҡара сәй һалығыҙ. Ярты сәғәт үткәс, бер нисә ҡалаҡ тоҙ һалығыҙ. Көҙгө бысрағыраҡ булған һайын, тоҙҙо күберәк ҡушырға була.
Фото: Т. АМАНОВ.