-3 °С
Ҡар
"Медиология" порталы киң мәғлүмәт сараларында һәм онлайн-ресурстарҙа телгә алыныу буйынса Волга буйы федераль округындағы баш ҡалаларҙың мэрҙары рейтингын төҙөй. Февралдә Ратмир Мәүлиев икенсе урында булған.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Мәүлиевты төрлө баҫмала, ТВ- һәм радиохәбәрҙәрҙә 10898 тапҡыр телгә алғандар.
Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы менән бер рәттән рейтингта Ҡазан башлығы Илсур Метшин, Түбәнге Новгород башлығы Юрий Шалабаев та бар.
Фото: "Башинформ" (О. Яровиков).