-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 19:12

Кешенең биосәғәттәре нисек эшләй?

Кеше мейеһенең иң актив мәле ҡасан?

Кешенең биосәғәттәре нисек эшләй?
Кешенең биосәғәттәре нисек эшләй?

  Имтихандарға төндә әҙерләнеү яҡшыраҡмы, әллә иртән иртүкме? Иң ауыр эштәрҙе ҡасан башҡарырға?  Ялды көндөң ҡайһы ваҡытына ҡалдырырға? Был һорауҙарға яуап табыу өсөн, биосәғәттәрҙең эшләү тәртибен белергә  кәрәк.

  1. Иртәнге сәғәт 6 менән 7 араһында  кешенең хәтере шәп була. Был мәлдә  һәр төрлө мәғлүмәт бик еңел үҙләштерелә һәм хәтерҙә ныҡ һаҡлана.
  2. Иртәнгә сәғәт 8 менән 9 араһында кешенең логик фекерләү һәләте көсәйә. Аналитик фекер йөрөтөүгә бәйле   эшмәкәрлек өсөн уңайлы мәл. 
  3. Иртәнгә сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем һәр төрлө мәғлүмәт һәм статистика менән эшләү өсөн ҡулай ваҡыт.
  4. Иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө 12-гә тиклем интеллектуаль һәләт кәмей, тимәк, иғтибарҙы башҡа нәмәгә йүнәлтергә мөмкин. Мәҫәлән, йыр тыңлап алырға һ.б.
  5. Көндөҙгө 12-нән 2-гә тиклем төшкө аш өсөн иң ҡулай ваҡыт. Был ваҡытта  аш тулыһынса эшкәртелә һәм еңел үҙләштерелә.
  6. Көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 6-ға тиклем актив ял итеү өсөн яҡшы осор. Мейе был ваҡытта көсөргәнешле  эшләй һәм уның тәүге билдәһе – төндә тиҙ генә йоҡоға китә алмау.
  7. Киске сәғәт 9-ҙан төнгө 11-гә тиклем мейе һәм нервы системаһы тулыһынса ял итә.
  8. Сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем йоҡаҡ энергияның яңынан тергеҙелеү ваҡыты. Ҡытай медицинаһында уны “ци” тип йөрөтәләр, фәндә нервы һәм мускулдар көсө, тип аңлатыла.
  9. Төнгө 1-ҙән 3-кә тиклем  кеше эмоциональ энергияһын тергеҙә.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: