Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 09:30

Көн торошо

«Башгидрометүҙәк» хәбәр итеүенсә, алдағы ике көндә республикала һалҡын һауа торошо көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, төндә һауа температураһының 28 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә.

Көн торошо
Көн торошо

16 мартта урыны менән бер аҙ ҡар яуа, көньяҡ райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көньяҡ буйынса көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ – 2–7, урыны менән 12 градусҡаса һалҡын.

 17 мартта яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә – 14-17, урыны менән 23-17 градус һалҡын, көндөҙ – 2–7, урыны менән 12 градусҡаса һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: