Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 09:35

Өфөлә ер ҡатламы убылып төшөүе сәбәпле юғары әҙерлек режимы индерелде

Әле хәүефле урын ентекле тикшерелә.

Өфөлә ер ҡатламы убылып төшөүе сәбәпле юғары әҙерлек режимы индерелде
Өфөлә ер ҡатламы убылып төшөүе сәбәпле юғары әҙерлек режимы индерелде

Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, ҡала хеҙмәттәре Интернациональ урамы, 187/1 адресы буйынса йортҡа бәйле хәлде контролгә алған.

«ВУД МАСТЕР» етештереү фирмаһының яҡынса баһаһы буйынса, бинаның, фундаменттарҙың һәм цоколь панелдәрҙең хеҙмәт итеү  торошо сикле  тип баһалана. Уның торошон Торлаҡ эксплуатациялау идаралығы һәм шәхси эшҡыуар Пискунов Александр Николаевич контролдә тота.

1 марттан ҡала округының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары һәм ойошмалары эшмәкәрлеген көйләүсе идара органдары һәм ошо торлаҡ йортто файҙаланыусы һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмалар өсөн юғары әҙерлек режимы индерелгән, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

14 мартта «УфаСтройЭҙләнеүҙәр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белгестәре ошо районда биләмәне геологик һәм геофизик тикшереү буйынса эш башланы. Артабанғы ҡарарҙар тикшереү һөҙөмтәләренән сығып ҡабул ителәсәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: