БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда кеше ғүмере өсөн мөһим булған препараттарҙың барыһы ла (800 төрҙән ашыу) бар. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыуҙарға бәйле хәлде күҙәтеп бара. “Башфармация” дәүләт селтәрендә лә, башҡа ҙур дарыуханаларҙа ла дарыуҙар бар.
«Партнерҙарҙан дарыуҙар менән тәьмин итеүҙән баш тартмай. Запастар бар. Хөкүмәт ултырышында ла был һорау буйынса проблема булырға тейеш түгел тип әйтелде, – тине Максим Забелин. – Дарыуҙарҙы алдан күп итеп һатып алыу кәрәкмәй. Уларҙың һаҡлау ваҡыты ла бар бит, граждандар аҡсаларын юҡҡа ғына сарыф итеүе мөмкин».
Министр әйтеүенсә, кеше ғүмере өсөн мөһим булған препараттарға хаҡтар дәүләт тарафынан көйләнә, шунлыҡтан уларға хаҡ артырға тейеш түгел. Өфөлә генә “Фрамстандарт” акционерҙар йәмғиәтендә 119 төр дарыу етештерелә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.