+12 °С
Болотло
Пенсия фондында иҫәптә тороусылар хаҡында һүҙ. Былтыр 970 мең кешегә кәмегәндәр.
2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, ПФР-ҙа иҫәптә тороусылар һаны – 42 миллион (хәрби пенсионерҙар был иҫәпкә инмәгән). Былтырғы менән сағыштырғанда, 970 меңгә кәмерәк. Был – 90-сы йылдарҙан алып, иң юғары күрһәткес. Әгәр иҫәптә тороусыларҙың күбеһе вафат булған, тип алһаҡ, сәбәптәр араһында иң тәүге урында пандемиялыр.
Пенсия алыусылар һаны 2019 йылдан бирле һиҙелерлек кәмей башлаған. Бында пенсия реформаһының ғәмәлгә ашырылыуын да иҫәпкә алырға кәрәктер. Кеше хаҡлы ялға һуңыраҡ сыға. Кемдер был йәшкә барып та етмәй...