Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 13:11

Башҡортостан предприятиелары Ҡаҙағстанда күргәҙмәлә ҡатнаша

Башҡортостан предприятиелары Нур-Солтан ҡалаһында халыҡ-ара махсуслаштырылған ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша.

Башҡортостан предприятиелары Ҡаҙағстанда күргәҙмәлә ҡатнаша
Башҡортостан предприятиелары Ҡаҙағстанда күргәҙмәлә ҡатнаша

  Башҡортостан Евразия иҡтисади союзы илдәренә төбәк етештереүселәре тауарҙарын тәҡдим итеү буйынса эште дауам итә.  Бөгөн Нур-Солтан ҡалаһында асылған «AgriTek & FarmTek Astana 2022» ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһының стенды ла ойошторолған. Унда  республикабыҙ  тураһында мәғлүмәт  һәм Башҡортостандың урта һәм кесе эшҡыуарлығының продукцияһы ҡуйылған.

Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы вәкиле Урал Аҙнабаев тарафынан Ҡаҙағсатандағы эшҡыуарлыҡ йәмғиәте вәкилдәре менән мәғлүмәти эш үткәрелгән. Ҡаҙағстан Республикаһының ике тиҫтәгә яҡын предприятиеһы  Башҡортостан предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын белдергән.

Фото: БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: