Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 21:27

Башҡортостан халҡы еребеҙҙе алтын эҙләүселәрҙән һаҡларға саҡырҙы

Баймаҡ районының Оло Басай ауылы халҡы Рәсәй Президентына һәм тотош Башҡортостан халҡына видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Унда улар  район биләмәһендә   алтын ҡаҙыусылар эшмәкәрлеген туҡтатырға  ярҙам күрһәтеүҙе үтенде.

Башҡортостан халҡы еребеҙҙе алтын эҙләүселәрҙән һаҡларға саҡырҙы
Башҡортостан халҡы еребеҙҙе алтын эҙләүселәрҙән һаҡларға саҡырҙы

 — Олигархтар беҙҙә халыҡтың рөхсәтенән тыш файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙы башларға ҡарар иткән. Беҙ ҡаршы, сөнки улар беҙҙең Оло Басай ауылының иң ситтә урынлашҡан  йортонан 100 метрҙа ғына ҡаҙыныу эштәре башҡарасаҡ һәм тотош Иҫәнбәт ауылын  биләп аласаҡ, – тип хәбәр итә видеояҙмала сығыш яһаусы ҡатын.   

Бынан тыш, был мәсьәлә буйынса  улар төбәк Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән, әммә ауыл халҡы әйтеүенсә, улар бер ниндәй ҙә ярҙам күрмәгән. 

— Был мөрәжәғәттән һуң ер ҡаҙыусылар беҙгә тағы ла күберәк килә башланы.   <…> Разведка үткәреүгә һылтанып, улар файҙалы ҡаҙылмалар сығара башлай. Нигеҙҙә ул алтын, көмөш һ.б. ҡаҙылма байлыҡтар, – тип һөйләй ауыл халҡы. 

  Оло Басай ауылы  малсылыҡ һәм игенселек иҫәбенә йәшәүен һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм  «әгәр ҙә  ер ҡаҙыу эштәре башланһа,  ауыл юҡҡа сығасаҡ» тигән фекерҙе еткерә.  Улар  әйтеүенсә, Төркмән, Назар (Атанғол), Мостай, Иҫәнбәт, Әхмәр, Гусев ауылдары һәм Сибай ҡалаһы  ла хәүеф аҫтында ҡала, сөнки бөтә “ағыулы һыу Сибай ҡалаһына китәсәк”.

— Вәхшиҙәр юлы менән алтын табыла, тыйылған алымдарҙы ҡулланалар, айырыуса терегөмөштө ҡулланыуҙары  тотош экологияға зыян килтерә, – ти Оло Басай ауылы ҡатыны. 

Унан алда  БР Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов, ҡаҙылма байлыҡтар табыу менән шөғөлләнеүсе предприятиеларҙың эшмәкәрлеге “ҡәтғи рәүештә законға ярашлы һәм  тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш” менән ойошторолорға тейеш, тигәйне. Бынан тыш, вице-премьер ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусылар, артабанғы низағтарҙан ҡасыу өсөн, муниципалитет һәм урындағы халыҡ менән һөйләшеп килешергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алғайны.

  Азат Шамил улы әйтеүенсә, бындай хәл Баймаҡ районында күҙәтелгән – алтын табыусы компания  урындағы халыҡҡа финанс ярҙамы вәғәҙә иткән, әммә һөҙөмтәлә  килешеү  үтәлмәгән, һәм хәҙер  халыҡ эшҡыуарға төҙөлөш ташы сығарырға рөхсәт итмәй.

  

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: