Баҡһаң, унда һаулыҡ өсөн файҙалы берләшмәләр күп икән. Грек сәтләүеге деменцияны һәм онкологияны иҫкәртеү өсөн файҙалы, тип билдәләй табип Осман Эрк. Бынан тыш, грек сәтләүегендә йөрәккә яҡшы йоғонто яһаған омега-3 майлы кислоталар, фитостеролдар, минералдар, витаминдар, антиоксиданттар һәм башҡа берләшмәләр бар. Ул атеросклероз, гипертониянан һәйбәт, баш мейеһе эшмәкәрлеген дә яҡшырта.
Фото: Т. АМАНОВ.