Украинаның Ҡырым республикаһында уның артабанғы статусы мәсьәләһе буйынса референдум үтә.
Тауыш биреүгә федерация субъекты сифатында Рәсәй составына инеү йәки 1992 йылғы Ҡырым Республикаһы Конституцияһын тергеҙеү талабы менән Украина составында ҡалыуҙы һайлау ҡуйыла.
Рәсми һөҙөмтәләргә ярашлы, һайлаусыларҙың күпселеге (тауыш биреүселәр 80 процентты тәшкил итте) Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуын хупланы.
Протоколдарҙың 100 процентын эшкәртеүҙең рәсми мәғлүмәттәре буйынса, Ҡырым биләмәһендә тауыш биреүселәрҙең 96,77 проценты (1 233 002 һайлаусы) бюллетендең беренсе пунктын һайлаған, Севастополдә – 95,6 проценты (262 041 һайлаусы), Украина составында ҡалыу өсөн күрһәткестәр шулай булған: 2,51 һәм 3,37 процент.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының күп ағза-дәүләттәре Ҡырым референдумын таныманы.
...Ә беҙ бергә!
Фото: vk.com