Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2022, 17:06

Бүһерҙән файҙалы май

Уны нисек әҙерләргә сайттан инеп уҡығыҙ. 

Бүһерҙән файҙалы май
Бүһерҙән файҙалы май

 Умыртҡа бағанаһындағы бүһерҙең ауыртыуын баҫыу өсөн төрлө майҙар һәм төнәтмәләр бар.  Шуларҙың иң һөҙөмтәлеһе халыҡта тере һөйәк (живокость) тип йөрөтөлөүсе   этҡолаҡ (окопник) тамырынан әҙерләнгән төнәтмә. Этҡолаҡ быуындар һыҙлауын баҫа, шешенеүен ҡайтара,  һөйәктәрҙе бөтәштерә, бүһерҙе дауалай.

   Май әҙерләү өсөн 0,5 кг кипкән этҡолаҡ тамыры, 70 г ҡарағай сайыры, 350 г сусҡаның эске майы, 300 г араҡы алына.
Этҡолаҡты йыуырға, тик таҙартырға ярамай.  Кипкән тамырҙы ике-өс тапҡыр, бутҡа кеүек булғансы, ит үткәргес аша үткәрергә.  Сайырҙы тимер һауытта  ҡайнар һыуға ҡуйып, иретергә. Сусҡа майын да талғын утта  иретеп, ағас ҡалаҡ менән бутай-бутай, этҡолаҡ тамырын  ҡушырға һәм 40 минут талғын утта тоторға.  Һуңынан өҫтөнә иретелгән сайырҙы  ҡушып, тағы 15 минут бешерергә һәм араҡы ҡушып, тағы ла 10 минуттан утты һүндерергә.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: