Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2022, 21:46

Янғын ике кешенең ғүмерен өҙгән

Бөгөн кисен Благовещен районының 5-се баҡса ширҡәтендә ағас йорт янып китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү барышында ике кешенең кәүҙәһе табылған, шәхестәре асыҡлана.

Янғын ике кешенең ғүмерен өҙгән
Янғын ике кешенең ғүмерен өҙгән

Янғын урынында тәфтиш-оператив төркөм, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишселәре һәм янғын лабораторияһы эксперты эшләй. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Янғынды һүндереүгә бөтәһе 10 берәмек техника һәм 31 кеше йәлеп ителгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Янғын ике кешенең ғүмерен өҙгән
Янғын ике кешенең ғүмерен өҙгән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: