Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2022, 11:40

ЦУР булмаһа ҡыбырламаҫтар ине

"Начало весны, но снег продолжает приносить неудобства людям. Набережная реки Уфы, 45 - никак не могут почистить детскую площадку. Детям играть негде, бегают по сугробам”.2 мартта баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе Альбина Маточкина тигән ханым соцселтәрҙәрҙә ошолайтып зарланып яҙған. Быны ЦУР системалары эләктерә лә һалған. 

ЦУР булмаһа ҡыбырламаҫтар ине
ЦУР булмаһа ҡыбырламаҫтар ине

Республика менән идара итеү үҙәгенән Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте менән бәйләнешкә ингәндәр. Улар, үҙ сиратында, йорттоң идарасы компанияһын - 68-се ЖЭУ-ҙы эшкә ҡушҡан. Ике көндән ҡар-боҙҙоң эҙе лә ҡалмаған. 


 1 ғинуар - 14 март арауығында ЦУР балалар һәм спорт майҙансыҡтарын ҡар-боҙҙан таҙартыу буйынса 43 ялыуҙы ҡабул итеп эшкәрткән. Былтыр был темаға 18 хәбәр ҡабул ителгән булған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: