"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы саралар районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ошо тармаҡ буйынса милли проектты ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә. Сираттағы ултырышта "Зеленхоз" йәмғиәтенең асыҡ һәм ябыҡ тупраҡта йәшелсә һәм еләк-емеш культуралары үҫтереү проекты ҡаралды. Уның инициаторы Аҡъярҙа йәшәүсе Рәмил Ғәлләмов.
Был проект ғәмәлгә ашырылһа, яңы эш урындары ла буласаҡ. Район хакимиәте етәксеһе һәм кәңәшмәлә ҡатнашыусы белгестәр проектты хупланы һәм ярҙам итеү мөмкинлеген күҙаллау буйынса эшкә тотондо.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәтенән.