Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2022, 21:16

Стәрлетамаҡта өс бәлиғ булмаған ҡыҙ таныштарының автомобилен урлап алып киткән

Кисен йәш егет үҙенең танышына - 14 йәшлек ҡыҙға ҡунаҡҡа килгәндә, фатирҙа шулай уҡ ҡыҙҙың 15 һәм 16 йәшлек әхирәттәре лә була. Егет танышында ҡунырға ҡала. Иртән һуң ғына уянып, машинаһының юҡлығын аңғарыу менән полицияға, автомобилде урлағандар, тип хәбәр итә. Бер аҙҙан машинаһын әлеге ҡыҙҙарҙың урлағаны асыҡлана. Улар иртән мәктәпкә йәмәғәт транспортында бармай, егеттең асҡысын һорауһыҙ алып, уның машинаһына ултырып сығып китәләр. Һәм, әлбиттә, ағасҡа барып бәреләләр. 

Стәрлетамаҡта өс бәлиғ булмаған ҡыҙ таныштарының автомобилен урлап алып киткән
Стәрлетамаҡта өс бәлиғ булмаған ҡыҙ таныштарының автомобилен урлап алып киткән

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уларҙы бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусылар үҙәгенә оҙаталар. Ҡыҙҙарҙың икәүһе алдан да административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса иҫәптә тора, тип яҙа Стәрлетамаҡтан Эльвира Цверкова. 

Был ваҡиға буйынса иһә ҡыҙҙарға ҡарата енәйәт эше асыласаҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: