Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2022, 10:20

Республикала ҡурҡыныс фажиғә теркәлде

 Һәләк булыусылар араһында 3 бала.

Республикала ҡурҡыныс фажиғә теркәлде
Республикала ҡурҡыныс фажиғә теркәлде

Салауат районында тәфтишселәр ике пассажир автобусы бәрелешкән аварияны тикшереүҙе тамамланы. Фажиғә һөҙөмтәһендә өс бала һәләк булған.

 Салауат районында йәшәгән 37 йәшлек ирҙе һәм Дыуан районында йәшәгән 34 йәшлек ирҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙа һәм хәүефһеҙ хеҙмәттәр күрһәтеүҙә ғәйепләнеләр, был иһә бәлиғ булмағандарҙың үлеменә килтерҙе.

Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2021 йылдың 10 ғинуарында автобустың 37 йәшлек водителе 15 пассажиры менән Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Өфөгә китеп барған. Янғантау эргәһендә ул, ҡар яуыуға һәм күреү мөмкинлеге насар булыуына ҡарамаҫтан, тиҙлекте арттырып, уҙыу өсөн ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Һөҙөмтәлә водитель ҡаршыға килгән пассажир автобусы менән бәрелешкән.

 Аварияла 14 кеше зыян күргән. 13 йәшлек ҡыҙыҡай менән 6 йәшлек малай урында һәләк булған, 17 йәшлек ҡыҙ - иртәгәһенә дауаханала йән биргән. Тағы 10 пассажир һәм икенсе автобус водителе йәрәхәтләнгән.

Тәфтишселәр асыҡлауынса, 34 йәшлек эшҡыуар руль артына быға тиклем юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн күп тапҡыр штраф һалынған водителгә ултырырға рөхсәт иткән. Эш биреүсе эшҡыуар ҡағиҙәләрҙе боҙмаһын өсөн бер ниндәй ҙә сара күрмәгән, шулай уҡ рейс алдынан медицина тикшереүе һәм инструктаж уҙғармаған. Автобус та тикшерелмәгән. Эшҡыуар хоҡуҡ боҙоуҙарҙы йәшерергә маташҡан һәм яһалма юлъяҙмаһын эшләгән. Водитель үҙ ғәйебен таныған, эшҡыуар иһә баш тартҡан. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: