Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2022, 15:01

Рәсәй Дәүләт Думаһына бик яҡшы бер закон проекты индерергә йыйыналар

Ул бушлай бер гектар ер алыуға бәйле.

Рәсәй Дәүләт Думаһына бик яҡшы бер закон проекты индерергә йыйыналар
Рәсәй Дәүләт Думаһына бик яҡшы бер закон проекты индерергә йыйыналар

Дәүләт Думаһының ЛДПР фракцияһы депутаттары ғаилә поместьелары өсөн ер бүлеү тураһында закон проекты тәҡдим итә.

Был документта яҙылыуынса, рәсәйҙәргә ябайлаштырылған тәртиптә дәүләт йәки муниципаль милектән ер участкаһын бушлай алыу хоҡуғы биреләсәк. Тик уның майҙаны бер гектарҙан артмаҫҡа тейеш.

Проектҡа ярашлы, поместье быуындан быуынға тапшырыласаҡ, ә уның хужалары ер эшкәртеүҙең (игенселектең, мәҫәлән) экологик системаларын индерергә, мөхиткә мөмкин тиклем әҙ зыян килтергән ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә, тәбиғәтте һаҡлау буйынса саралар үткәрергә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, шулай уҡ боронғо халыҡ йолаларын, байрамдарын һәм кәсептәрен тергеҙергә тейеш буласаҡ.

Фото: РФ Дәүләт Думаһы сайтынан.

Рәсәй Дәүләт Думаһына бик яҡшы бер закон проекты индерергә йыйыналар
Рәсәй Дәүләт Думаһына бик яҡшы бер закон проекты индерергә йыйыналар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: