Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2022, 10:35

Көн торошо

«Башгидрометүҙәк» синоптиктары алдағы ике көнгә һауа торошон хәбәр итте. Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, 15 һәм 16 мартта һауаның 28 градусҡа тиклем түбәнәйеүе һәм буран сығыуы көтөлә.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуа, шулай уҡ боҙлауыҡ көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ – 3-8 градус һалҡын, урыны менән 13 градусҡа тиклем һалҡын.

 16 мартта яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар, буран. Ел көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә – 14-9, урыны менән 23-28 градус һалҡын, көндөҙ – 3-8 градус һалҡын, айырым райондарҙа 13 градусҡаса һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: