Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2022, 12:09

Өфөлә бер йортто ваҡ себен баҫҡан

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ялыу яҙылған. Нимә эшләрҙәр?

Өфөлә бер йортто ваҡ себен баҫҡан
Өфөлә бер йортто ваҡ себен баҫҡан

Баш ҡаланың Машина эшләүселәр урамындағы 14-се йорттоң 4-се подъезында йәшәүселәр зарлана: ләпәкәйҙәр үрсей.

Баҡһаң, себендәргә һыуыҡ “нипачум”. Подъездағылар әйтеүенсә, подвалдағы торбаларҙан боҫ сығыуы арҡаһындамылыр, башҡа сәбәптәнмелер, себендәр бик тиҙ үрсей. Улар фатирҙарға инә.

Ләпәкәйҙәргә ҡаршы препараттар ҡулланып та ҡарағандар, ярҙам итмәгән.

Йортта дарыухана, магазин һәм кафе бар, бәлки, сәбәп шуларҙалыр, тип тә шикләнә халыҡ һәм ярҙам һорай.

Фото һәм сығанаҡ: www.proural.info

Өфөлә бер йортто ваҡ себен баҫҡан
Өфөлә бер йортто ваҡ себен баҫҡан
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: