Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2022, 21:58

Эскелектән енәйәткә бер аҙым

Белорет ҡалаһының Серебренников урамында граждан ире менән йәшәгән 43 йәшлек ҡатынға бишенсе мартта 33 йәшлек ҡустыһы менән килене ҡунаҡҡа килгән. Тәүҙә матур ғына ултырған улар. Ләкин ҡайҙа эске - шунда ғауға бит, бында ла бер ваҡыт ҡыҙышҡан ир-егеттәр араһында бәхәс ҡупҡан. Ҡатындар урамда тәмәке тартҡан мәлдә, ирҙәр һуғышыуға уҡ барып етеп, 42 йәшлек ир ҡәйнешенең күкрәгенә бысаҡ менән сәнсә. Ҡәйнеше шунда уҡ йән бирә. Ҡатындар өйгә инеп, был фажиғәне күргәс, енләнгән хужабикә шул уҡ бысаҡ менән бер нисә тапҡыр иренә сәнсә. 

Эскелектән енәйәткә бер аҙым
Эскелектән енәйәткә бер аҙым

Һәм үҙе аңына килеп, полицияға шылтырата, ашығыс ярҙам да ебәреүҙәрен һорай.

Ир иҫән ҡалған һәм әлеге ваҡытта ҡала дауаханаһында дауалана.

Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул үҙ ғәйебен таный.

"Үлтерергә маташыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған ҡатын иһә ҡулға алынған. 

Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенән Гүзәл Дронова хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: