+6 °С
Ясна
363 миллион һум “Цифрлы иҡтисад” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға бүленгән.
IT-тармаҡҡа 2019 йылда 90 миллион һум аҡса йүнәлтелһә, артабан ул йылдан-йыл арттырыла: 2020 йылда – 120, 2021 йылда 153 миллион һум.
Быйыл иһә республикала аграр комплексты цифрлаштырыуға ҙур иғтибар бирергә ниәтләйҙәр.
Әйткәндәй, милли проектты ғәмәлгә ашырыу бурыстарын бөгөнгө иҡтисади шарттарға ҡарап, анализлап, бер аҙ үҙгәртеүҙәре ихтимал.
Иң мөһиме – ауылдарҙы ла интернет селтәренә тоташтырыуҙы дауам итеү, юғары технология үҙләштереү, заманса технологиялар менән эшләү өсөн белгестәр уҡытыу.