Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2022, 15:36

“Был – хулиганлыҡ”

Беренсе каналда тура эфир ваҡытында үҙенсәлекле йөкмәткеле плакат тотҡан берәү артҡы пландан диктор Екатерина Андреева янына килеп баҫа... Һеҙ был ваҡиғаны күрҙегеҙме икән?

“Был – хулиганлыҡ”
“Был – хулиганлыҡ”

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков был турала шулай тигән: “Кремлдә ҡарала торған хәл түгел, уның өсөн канал үҙе, тейешле ойошмалар бар, әйҙә, тикшерһендәр. Был – хулиганлыҡ”.

Песков әйтеүенсә, Беренсе канал, илдең башҡа ҙур телеканалдары кеүек үк, заманса, сифатлы, объектив мәғлүмәт бирә торған марка. Уның тура эфиры ла – ҙур яуаплылыҡ.

Плакат нимә тураһында, тиһегеҙме? Ҡыҫҡаса шулай: ...Бында һеҙҙе алдайҙар...

Әле тикшереү бара. Әйткәндәй, эфир барышында плакат тотоп сығыусы ошо уҡ канал хеҙмәткәре.

Фото: РИА-Новости.

 

“Был – хулиганлыҡ”
“Был – хулиганлыҡ”
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: