Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2022, 10:27

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы саралар бөтөрөлмәй әле

Мәскәү ҡалаһы мэры Сергей Собянин  указы менән илебеҙҙең баш ҡалаһы   15 марттан мотлаҡ битлек кейеп йөрөү һәм башҡа ковидҡа ҡаршы сараларҙан ҡотола.  

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы саралар  бөтөрөлмәй әле
Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы саралар бөтөрөлмәй әле

 “Роспотребнадзор” төбәк идаралығы  был аҙымдың Башҡортостан өсөн киләсәген баһаланы.   

«Республикала  коронавирус менән  ауырыу осрағы кәмеүгә табан бара, һуңғы аҙнала  зарарланыусылар һаны 25 процентҡа кәмене. Шуға ҡарамаҫтан ковид менән ауырыу осраҡтары теркәлә, һуңғы тәүлектә 1702 кешенең зарарланыуы асыҡланған.  Был ҙур ғына күрһәткес, шуға күрә эпидемияға ҡаршы сараларҙы бөтөрөү тураһында һөйләргә әле иртәрәк.  Ковидҡа ҡаршы саралар тураһында ҡарар республика Башлығы етәкселегендә үткән оператив штаб ултырышында ҡабул ителә”, – тине “Роспотребнадзор” төбәк идаралығы етәксеһе  Анна Казак. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: