Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2022, 10:47

Башҡортостанда 365 мәктәп төҙөкләндереләсәк

Башҡортостанда 2026 йылға тиклем 365 мәктәпте төҙөкләндерәсәктәр.

Башҡортостанда 365 мәктәп төҙөкләндереләсәк
Башҡортостанда 365 мәктәп төҙөкләндереләсәк

 БР Премьер-министры Андрей Назаров  Башҡортостандың Рәсәй Президенты инциативаһы буйынса ҡабул ителгән дөйөм  белем биреү мәктәптерен модернизациялау федераль проектына ҡушылыуы хаҡында һөйләне.  

«Башҡортостандан  ғариза тулыһынса ҡабул ителде. Реестрға  2026 йылға тиклемге төҙөкләндереләсәк 365 белем биреү учреждениеһы индерелде.   2023 йылға тиклем биш дәүләт һәм 98 муниципаль мәктәп  бинаһы төҙөкләндереләсәк һәм йыһазландырыласаҡ”, – тине Андрей Назаров. 

Премьер-министр шулай уҡ  проект сиктәрендә 2023 йылға өҫтәмә  объекттар  һайлап алыуҙа ҡатнашыу планы хаҡында  һөйләне.   Уның әйтеүенсчә, бөгөнгә  35 мәктәп өсөн ыңғай һығымта бар, ә йәлеп ителәсәк федераль сараларҙың суммаһы 1,1 млрд һум тәшкил итә.  

Билдәле булыуынса,  “Мәғарифты үҫтереү” Рәсәй  дәүләт программаһы сиктәрендә 2022 һәм 2023 йылдарға мәктәп системаларын модернизациялау буйынса сығымдарҙы софинанслауға  федераль бюджет Башҡортостанға 4 млрд һумдан ашыу субсидия бүлде.   

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: